Рәхмәтебеҙ сикһеҙ

Көйөргәҙе районы Түбәнге Мотал ауылында тыуып, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында ғүмер итеүсе Зәйтүнә Мөхәмәтйән ҡыҙы ИГБАЕВА үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй. 

Рәхмәтебеҙ сикһеҙРәхмәтебеҙ сикһеҙ
Рәхмәтебеҙ сикһеҙ

Ҡәҙерлебеҙ, бик дәртле, тырыш гүзәл зат. Үҙенең шәхси эшҡыуарлыҡ эшен дә лайыҡлы итеп алып бара ул. Алсаҡлығың, туған йәнлелегең, һәр ваҡытта ла төплө кәңәштәрең, ярҙамың өсөн рәхмәтлебеҙ һәм күркәм юбилейың менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һиңә йән тыныслығы теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарығыҙ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас