Матур байрамығыҙ уңайынан һеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләкләребеҙҙе еткерәбеҙ: сәләмәт булығыҙ, тигеҙлек менән, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр бәхетенә ҡыуанып йәшәгеҙ! Тормошоғоҙҙоң һәр көнө бөгөнгө кеүек яҡты, күтәренке кәйефле, ҡыуаныслы булһын! Һеҙгә бәхеттең иң ҙурын, уңыштың иң мулын, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Хоҙай биргән ғүмерегеҙҙең ҡәҙерен белеп, бер-беребеҙгә терәк һәм кәрәк булып, яҡын кешеләрегеҙҙе һөйөндөрөп, иҫәнлектә-һаулыҡта, күңел тыныслығы менән, бәрәкәтле мул тормошта һәр тыуған көнгә һөйөнөп, оҙон, хәйерле ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә. Алдағы ғүмерҙәрегеҙ ҙә үткәне кеүек бәрәкәтле, мул, имен булһын! Гел шулай кешеләргә кәрәкле, яҡындарығыҙға ҡәҙерле булып ҡалығыҙ!
Йәшәйек әле, Әхтәм ағай, бергәләшеп,
Тормош етеш, донъя түңәрәк.
Ағай һүҙе, ағай кәңәштәре,
Беҙгә әле һаман бик кәрәк.
Ғүмерҙәрең оҙон булһын Әхәт мырҙам,
Бәхеттәрең булһын ғүмерле.
Белеп йәшә: беҙҙең өсөн ерҙә,
Һин – иң изге һәм иң ҡәҙерле.
Күңел күгегеҙ аяҙ булһын,
Ташып торһон йәндә егәрлек.
Ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ
Ғүмер көҙҙәреңә етәрлек.
Иң изге теләктәр менән атайығыҙ, әсәйегеҙ, туғандарығыҙ Ванюркиндар, Нәҙершиндар, Рыҫҡоловтар һәм уларҙың балалары.