

Ҡәҙерлебеҙ, hиңә ғүмерҙең ин оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоhон теләйбеҙ. Һин бик кешелекле, мәрхәмәтле, оло йәнле, эшсән. Һин беҙҙең ныҡлы таянысыбыҙ, ышаныслы терәгебеҙ. Барыhы өсөн дә рәхмәт hиңә! Киләсәктә лә hау-сәләмәт булып, тыныслыҡта, ғаилә йылыhын тойоп, балаларыбыҙҙың игелеген күреп, бәхәткә, шатлыҡтарға төрөнөп, оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Һин - ул, минең ышаныслы йәрем,
Терәгем hәм яҡын серҙәшем.
Өмөт тулы яҡты киләсәгем,
Шатлыҡтарҙан тамған күҙ йәшем.
Оҙаҡ йәшә, hау-сәләмәт булып,
Мөхәббәтең менән йылытып.
Яратамын hәм дә hөйәм hине,
Бар донъямды онотоп.
Һинән күскән яҡтылыҡтан,
Нур hибелә тирә-йүнгә.
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй генә,
Йәшәйек шулай бергә-бергә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Розалина, ҡыҙың Руфина, улың Арслан.