

Был көн күңел түрегеҙҙә ғүмер буйы иң матур мәл булып һаҡланһын. Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош һынауҙарына бирешмәй, бер-берегеҙҙе яратып, ихтирам итеп, тыныс, имен тормошта йәшәргә яҙһын.
Ҡәҙерлеләребеҙгә хәйерле оҙон ғүмерҙәр, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, татыулыҡта, тигеҙлектә, бөгөнгө хистәрегеҙҙе ғүмерлеккә һаҡлап, үҙегеҙҙең дауамығыҙ итеп һау-сәләмәт, игелекле, иманлы, миһырбанлы, шәфҡәтле балалар үҫтерергә насип итһен!
Ҡотло булһын һеҙҙең туйығыҙ,
Аҡтан булһын барыр юлығыҙ!
Йылы булһын ҡорған өйөгөҙ,
Бергә булһын һәр саҡ уйығыҙ!
Бер-берегеҙҙең ғүмер баҡый
Ҡәҙерлеһе генә булығыҙ,
Һөйөклөһө генә булығыҙ,
Бәхетлеләр генә булығыҙ!
Иң изге теләктәр менән әткәйең Владик, әнкәйең Алһыу, олатайың Вәли, өләсәйең Роза, һылыуың Айһылыу, ҡустың Ислам һәм барлыҡ туғандарың.