

Ҡәҙерле тормош иптәшем, һөйөклө әтейебеҙ, беҙҙең терәгебеҙ, һине ысын күңелдән юбилейың менән ҡотлайбыҙ!
Мин тормош юлымда һине осратҡаныма яҙмышыма бик тә рәхмәтлемен, өлөшөмә төшкән көмөшөм һин. Алдағы юлдарыбыҙҙы ла иңгә-иң ҡуйып, балаларыбыҙҙың бәхетен изгелектәрен күреп, тигеҙ ғүмер кисерергә яҙһын.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың,
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Һиңә иҫәнлек кенә теләп яратҡан тормош иптәшең Әлиә, әтейем тип өҙөлөп торған балаларың Айнур, Айгөл, Азалия.