Тырыш, егәрле, өлгөр, хәстәрлекле, киң күңелле кеше ул. Киләсәктә лә тормош иптәшең Әлиә, балаларығыҙ Айгөл, Айнур, Азалия менән етеш тормошта, татыу ғүмер итергә яҙһын. Беҙ һине алсаҡ, тормош яратыусан, ярҙамсыл, ышаныслы булыуың менән хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә матур ғүмер байрамы менән тәбрикләп, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнгән оҙон ғүмер, көс-дәрт, донъя именлеге теләйбеҙ. Киләсәктә лә киң күңелле, оло йәнле булып, балаларыңдың, туғандарыңдың һөйөүен, хәстәрлеген тойоп, тормош иптәшең менән тыныслыҡта, муллыҡта, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын һиңә! Юлдарыңда Хызыр Ильяс һәр ваҡыт юлдаш булһын! Эштәрең уң, күңелең көр, ғүмерең бәхетле, бәхетең ғүмерлек булһын!!!
Ғүмереңдең балҡып торған мәле,
Типһәң – тимер өҙөр көс һиндә.
Һиндәгеләй изге, киң күңел
Эләкмәйҙер әле һәр кемгә.
Сәләмәтлек, бәхет, уңыш менән
Үтеп торһон килгән йылдарың.
Йәш булып ҡал, һиҙмәй йәшә әйҙә
Юртып ҡына ғүмер уҙғанын.
Иң изге теләктәр менән ҡайның менән ҡәйнәң Шамил һәм Суфия, балдыҙың Альбина, бажаң Рәсил, ҡәйнешең Ильяс, киленең Лилиә һәм уларҙың балалары.