Бәрәкәтле ғүмер насип итһен

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ әсәйебеҙ, оло әсәйебеҙ Фәниә Солтан ҡыҙы СӘЛТӘШЕВА ошо көндәрҙә матур юбилейын билдәләй.

Бәрәкәтле ғүмер насип итһенБәрәкәтле ғүмер насип итһен
Бәрәкәтле ғүмер насип итһен

Тыуған ауылыбыҙ Яҡшымбәт ауылында 8 тиҫтәнән ашыу ғүмер кисерә ул ҡәҙерлебеҙ. Тормош иптәше, атайыбыҙ Әнүр Камалетдин улы менән беҙгә, биш балаға, ғүмер бүләк итеп, яҡшы тәрбиә, төплө белем биреп үҫтерҙеләр.
Бала саҡтан хеҙмәткә өйрәнгән әсәйебеҙ, оҙаҡ йылдар “Искра” хужалығында һауынсы булып эшләне. Бөгөнгө көндә лә ул ойоҡбаш, бейәләй, бирсәткәләр бәйләй, баҡса үҫтерә, тәмле-томло ризыҡтар бешерә.
Ҡәҙерле әсәйебеҙҙе, изге күңелле өләсәйебеҙҙе, ихтирамлы ҡәйнәбеҙҙе мәртәбәле юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Беҙгә бүләк иткән күңел йылың, бөтмәҫ хәстәрлегең, сабырлығың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Тыуған йортобоҙҙа, беҙҙе киң ҡоласынды йәйеп, яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, изге доғаларыңды уҡып, оҙатып ҡалыр әсәйебеҙ бар.
Әсәй, киләсәктә һәр көнөң тыныслыҡта үтеүен, ауырымай, һыҙланмай, балаларыңдың ҡыуанысында, уңыштарына һөйөнөп бәхетле ҡартлыҡта, бәрәкәтле ғүмер насип итһен Хоҙай.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта
Ҡотлау менән ҡыҙҙарың, улдарың, килендәрең, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас