Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
8 Августа 2022, 05:10

Саф йөрәгең айҙан нурлыраҡ

Ҡәҙерле әсәйебеҙ Рәйсә Рафиҡ ҡыҙы КИНЙӘКӘЕВА оло юбилейы 85 йәшен ҡаршылай. Ошо юбилей айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Саф йөрәгең айҙан нурлыраҡСаф йөрәгең айҙан нурлыраҡ
Саф йөрәгең айҙан нурлыраҡ

Һәр беребеҙгә терәк-таяныс булған оло йөрәкле, сабыр, аҡыллы, беҙҙең өсөн өҙөлөп торған әсәй-өләсәй һин! Аллаһы Тәғәлә һине һаулыҡтан, күңел тыныслығынан, донъя ҡыуаныстарынан айырмаһын. Йөҙөңдән бер ҡасан да йылмайыу, бәхет нуры китмәһен. Күңелең һис ҡасан борсолоуҙар белмәһен. Уйҙарың яҡты тыуыр таңдарың һәр саҡ аяҙ һәм нурлы булһын. Тормошобоҙҙоң ҡотон һаҡлап, бәхетле ҡартлыҡ кисер. Күркәм ғүмер байрамың менән тәбрикләп, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ҡояштай оҙон ғүмер, бай яҡты көндәр теләйбеҙ.
Тиңләр инек һине тулған айға
Саф йөрәгең айҙан нурлыраҡ,
Тиңләр инек һине ал ҡояшҡа
Күңел наҙың, әсәй, йылыраҡ.
Сабыр, ғәҙел, оло йәнлеһең һин,
Ҡылғандарың бары изгелек.
Ҡайғыларһыҙ үтһен һәр бер көнөң,
Шатлыҡтарға йәшә күмелеп.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Рәмилә, улың Әнүәр һәм уларҙың ғаиләләре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас