

Матур ғүмер байрамыңды ошо йәйге сағыу көн кеүек, киң ҡолас йәйеп ҡаршы алаһың. Хоҙай һиңә артабан да рух ныҡлығы, сәләмәтлек һәм күңел йылыһын бер ҙә йәлләмәй бирһен. Бөтә яҡындарыңдан тупланған һөйөү һәм рәхмәт һүҙҙәре, балаларыңдың, туғандарыңдың сикһеҙ хөрмәте һәр көнөңдө байрам итһен! Ғүмер миҙгелдәреңде ҡотло, имен тормош, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына биҙәһен! Барлыҡ уй-теләктәреңде тормошҡа ашырып, уңыштарға ирешеп йәшәргә, тик яҡты, алһыу таңдарҙы ҡаршыларға яҙһын.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә, Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә.
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Өлфәт, ҡыҙҙарың Гүзәл, Земфира, Ләйсән, кейәүҙәрең Фәнис, Илмир, ейәнсәрҙәрең Аделина, Элина, Алина, Амелия.