Все новости

Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ, яратҡан мырҙабыҙ, абзыйыбыҙ һәм бабайыбыҙ Дамир Шәкүр улы САРБАЕВ ғүмеренең күркәм байрамын - 60 йәшлек юбилейын билдәләй! 

Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын

Ҡәҙерлебеҙҙе ошо матур байрамы менән ҡотлап уға иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, тормош иптәшең менән тигеҙ ғүмерҙә, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын һиңә. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ,
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән абзыйың Винер, һылыуҙарҙың Гөлнара, Зөмәрә, Зөлфирә һәм уларҙың балалары. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас в