Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
16 Августа 2022, 08:57

Тыуыр таңдар алып килһен шатлыҡтар!

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған, яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ, хәстәрлекле кейәүебеҙ һәм еҙнәбеҙ Ғәзим Ғаяз улы АБДУЛЛИН 50 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршылай.

Тыуыр таңдар алып килһен шатлыҡтар!Тыуыр таңдар алып килһен шатлыҡтар!
Тыуыр таңдар алып килһен шатлыҡтар!

Ҡәҙерле кешебеҙ, һине матур ғүмер байрамың менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ.
Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Изге йөрәкле кеше, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған булыуың менән беҙ бик бәхетле. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ.
Киләсәктә парлы булып, ғәзиз балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтен күреп, туғандарың менән бергәләп йәшәргә яҙһын.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гөлнур, улдарың Таһир, Инсаф, ҡыҙҙарың Әдилә, Йәмилә, ҡәйнәң Миңлегөл, балдыҙҙарың Гөлназ, Гөлсиә, бажаларың Рөстәм, Ринат һәм уларҙың балалары Алина, Айнур, Нурислам, Тамерлан, Искәндәр.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас