Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен

Ҡәҙерле һәм яратҡан ҡыҙыбыҙ Ралина Рәмил ҡыҙы ҒҮМӘРОВАны ихлас күңелдән матур ғүмер байрамы - тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! 

Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһенКүҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен

Һөйөклөбөҙ, һине тыуған көнөң менән ҡотлап аяҙ күк йөҙө, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ҡояштай оҙон ғүмер, сикһеҙ шатлыҡтар теләйбеҙ. Аҡыллы, тәүфиҡлы, ярҙамсыл, ҡәҙерленән-ҡәҙерлебеҙ һин, күҙҙәр генә теймәһен үҙеңә. Киләсәктә лә әлегеләй киң күңелле, алсаҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал. Яҡындарыңды ҡыуандырып, уҡыуыңда уңыштарға ғына өлгәшеүеңде, ҡанатландырған хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын, ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң,
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе,
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш балҡыһын тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән ата-әсәйең һәм барлыҡ туғандарың.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас