Йондоҙ кеүек балҡып янығыҙ

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ, бөтөн донъяға йәм биреүсе, йылмайыуҙары менән беҙҙе иркәләүсе, йылы ҡараштары менән наҙлаусы, аҡыллы фекерҙәре менән беҙгә юл күрһәтеүсе һөйөклө әниебеҙ Рәхилә Мансур ҡыҙы ЗӘЛИЛОВА үҙенең 65 йәшлек матур юбилейын билдәләй!

Йондоҙ кеүек балҡып янығыҙЙондоҙ кеүек балҡып янығыҙ
Йондоҙ кеүек балҡып янығыҙ

Һине ысын күңелдән күркәм юбилейың менән ҡотлайбыҙ! Һау-сәләмәт булып, балалар-оноҡтарыңдың ҡыуанысын күреп, кейәүҙәр, туғандарыңдың ихтирамын тойоп, күршеләр, дуҫтарыңдың хөрмәтен һиҙеп, алдағы тормошоңда борсолоу-мәшәҡәттәрһеҙ, оҙон ғүмерҙәр насип булһын.
Тормош иптәше Әхмәт Әхнәф улы Зәлилов менән 42 йыл бергә татыу итеп ғүмер кисерәләр. Дүрт ҡыҙ һәм 6 ейән үҫтерәләр. Улар беҙҙе назлап ҡына үҫтерҙеләр, төплө тәрбиә бирҙеләр. Һеҙ – донъяла иң затлы, һауаплы кешеләрҙең берһелер, беҙ һеҙҙе сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ.
Һеҙгә ошо йәмле байрамда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Рәхмәт һеҙгә, был донъяла ҡуйған хеҙмәттәрегеҙ, ҡылған изгелектәрегеҙ өсөн. Беҙ һеҙҙең кәңәштәрегеҙҙә тайпылмайбыҙ һәм үрнәк булырға тырышырбыҙ.
Йәшәгеҙ һеҙ мәңге йәш булып,
Тыуған йортобоҙҙа йәм булып.
Һеҙ булһағыҙ һау-сәләмәт,
Ейәндәргә булыр бик рәхәт.
Ейәндәргә терәк булып,
Йәшәгеҙ һеҙ шатлыҡта.
Сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр
Юлдаш булһын ҡартлыҡта.
Көҙҙәр етте тиеп моңаймағыҙ,
Мәңге ғорур булып ҡалығыҙ.
Ҡояш кеүек янып йәшәйһегеҙ,
Йондоҙ кеүек балҡып янығыҙ.

Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейәндәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас