

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә аҡ бәхеттәр, балаларыңдың һәм ейәндәреңдең күңел йылыһын тойоп, игелектәрен күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты булһын. Тыуасаҡ таңдарың һәр вакыт нурлы, күк йөзөң аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп йәшә!
Кеше ғүмере аҡҡан һыуҙай. Әле яңы ғына” Мин тыуҙым!” тип донъяға ауаз һалаһың, ә ҡай арала бала саҡ үткән, ҡыңғыраулы мәктәп йылдары артта ҡалған... Илле йәш күп тә һымаҡ, юҡ та һымаҡ. Бары ла булғандыр, шатлыҡ – ҡыуаныстары ла, яманы ла... Һынмағанһың, һығылмағанһың, юғалмағанһың... Бына тигән ҡатын, әсә, өләсәй бөгөнгө көндә Альфира апайыбыҙ.
Бәхетте кеше үҙе яһай. Һин дә үҙ бәхетеңде үҙең тыуҙырып, балаларыңа, туғандарыңа ла өлөш сығараһың. Киләсәктә лә ул хазинаңдың шишмәһе һайыҡмаһын, өйөң гел элеккеләй нурға сумып, балҡып торһон. Беҙ һине барыбыҙ ҙа яратабыҙ!
Һәр яңы көн бәхет алып килһен,
Алһыу таңдар күмһен шатлыҡҡа.
Йәшәү дәрте янһын йөрәгеңдә,
Ҡартайырға һис тә ашыҡма!
Иң изге теләктәр менән атайың Наил, ҡыҙың Элина, кейәүең Динар, улың Айҙар, ейәнсәрең Эмилия һәм барлыҡ туғандарың.