

Ошо яҡты байрамында беҙ класташтары иң изге теләктәрҙе генә еткерәбеҙ.
Һиңә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнгән оҙон ғүмер, көс-дәрт, донъя именлеге теләйбеҙ. Киләсәктә лә киң күңелле, оло йәнле булып туғандарыңдың һөйөүен, хәстәрлеген тойоп, тормош иптәшең Рәмил менән тыныслыҡта, муллыҡта, бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген,
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән класташтарың.