Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын

Һөйөклө ҡыҙым, апайыбыҙ Альбина Рәйес ҡыҙы Ғүмәрова үҙенең 45 йәшлек юбилейын билдәләй.

Күңелең шат, йөҙөң көләс булһынКүңелең шат, йөҙөң көләс булһын
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын

Уны матур ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, шатлыҡ-һөйөнөстәр менән генә үтһен. Балаларыңдың изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын, йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры һүнмәһен.
Ҡәҙерлебеҙ, киләсәк көндәрең һаулыҡта, муллыҡта, ҡайғы-хәсрәт күрмәй именлектә үтһен. Иртәләрең - ҡояшлы, көндәрең - аяҙ, кистәрең - айлы, уйҙарың -яҡты, күңелең - тыныс булһын.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙеңә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасанда һис бойоҡма,
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын
Бар теләгең ашһын тормошҡа!
Изге теләктәр менән әнейең Әлфиә, авзыйың Рафаэль, һылыуың Регина, кейәүең Роберт.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас