Йәшәү йәме юлдаш булһын

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ, олатайыбыҙ Нарат Морат улы Хисамовтың 60 йәшлек ғүмер байрамы менән саф йөрәктән ҡотлайбыҙ.

Йәшәү йәме юлдаш булһынЙәшәү йәме юлдаш булһын
Йәшәү йәме юлдаш булһын
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, бар эшкә лә уңған, ярҙамсыл, асыҡ күңелле, яҡшы ғаилә башлығы, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле атай һәм олатай. Һин беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле һәм ғәзиз кешебеҙ, һин булғанда беҙ бәхетле, тормошобоҙҙоң ныҡлы терәге, таянысы һин! Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, бар йөрәктән яратабыҙ һәм ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Хәстәрлекле, тыңғыһыҙ йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарына күмелеп йәшәүен теләйбеҙ. Артабан да әнәйебеҙ менән мул тормошта, туғандар ихтирамында, беҙ - балаларың изгелегендә иҫән-имен, бергә-бергә оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен!
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген,
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Тормош иптәшең Рәсимә, ҡыҙың Руфина, кейәүең Илмир, улың Денис, киленең Әлфиә һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас