Юлдарыңа гөлдәр һибелһен

Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Ғәлиә Кәбир ҡыҙы ХӘЙБУЛЛИНАны 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Юлдарыңа гөлдәр һибелһенЮлдарыңа гөлдәр һибелһен
Юлдарыңа гөлдәр һибелһен

Ҡәҙерлебеҙгә ғүмерҙең иң оҙонон, сәләмәтлектең ныҡлығын, тормоштоң йәмлеһен һәм йән тыныслығы теләйбеҙ. Киләсәктә лә һәр атҡан таңға ҡыуанып, ауырыу-һыҙлауҙар белмәй, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, туғандарындың шатлыҡ-ҡыуаныстарын, изгелектәрен тойоп, беҙгә терәк булып, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Ҡотло булһын юбилейың,
Юлдарыңа гөлдәр һибелһен.
Йәй айының саф елдәре һиңә,
Бәхет-шатлыҡ ҡына килтерһен.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет шатлыҡ һөйөнөстәр менән,
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Ринат, улың Азамат, ҡыҙың Айгөл, киленең Татьяна, кейәүең Рөстәм һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас