

Беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ - тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ! 55 йәш ул ир-егет өсөн ғүмерҙең ҡап уртаһы ғына, тормошта үткән юлға һығымталар яһап, киләсәккә яңы пландар ҡорор саҡ ҡына.
Ошо иҫтәлекле көнөң менән ҡотлап, һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы, күңел көрлөгө һәм һәр саҡ йылмайып йәшәүеңде теләйбеҙ.
Тормош юлың һәр саҡ балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән,
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән – тормош иптәшең Рәйфә, улың Айҙар, ҡыҙың Фәнүзә, кейәүең Илнур, ейәнсәрҙәрең Илүзә, Дания.