Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған, алсаҡ, мөләйем йөҙлө, ихлас күңелле, яҡын кешебеҙ, һөйөклө ҡыҙым, яратҡан һылыуым, хәстәрлекле апайыбыҙ, ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ - Фәнүзә Рафаил ҡыҙы ТУҠТАРОВА ғүмеренең күркәм байрамын - 55 йәшлек юбилейын ҡаршылай. 

Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңәЙән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә

Яҡын кешебеҙҙе ошо матур байрамы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, тормош иптәшеңдең, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелектәрен генә күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын һиңә! Тормошобоҙҙоң йәмен-ҡотон һаҡлап, йәшәйешебеҙгә йәм өҫтәп, тағы оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер итеүеңде теләйбеҙ!
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн һәр саҡ йөҙөңдә.
Теләктәрҙең ихлас изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип итһен оҙаҡ йылдар һиңә,
Донъя йәмен татып йәшәргә.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Гөлләрә, тормош иптәшең Ринат, улың Айҙар, киленең Алина, ейәнсәрең Милена, апайың Рүзилә, һылыуың Филүзә, мырҙаларың Раил, Азамат, кейәүең Зиннур, килендәрең Альбина, Гөлназ һәм уларҙың балалары.

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас