Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
1 Сентябрь 2022, 09:25

Ҡояш менән һине тиңләйбеҙ

Ҡотлоюл ауылында тыуып үҫкән, хәҙерге ваҡытта Төйлөгән ҡасабаһында йәшәүсе, беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, әнәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ - Зилә Нәфиҡ ҡыҙы ИБРАҺИМОВА үҙенең 50 йәшлек матур юбилейын билдәләй. 

Ҡояш менән һине тиңләйбеҙҠояш менән һине тиңләйбеҙ
Ҡояш менән һине тиңләйбеҙ

Әнейебеҙ Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Нәфиҡ Ҡотлоәхмәт улы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған һауынсыһы Фәрҙәнә Бәйтүрә ҡыҙы Боҫҡановтарҙың уңған ғаиләһендә 3-сө бала булып яҡты донъяға килә. Олатай һәм өләсәйебеҙ һымаҡ, яҡыныбыҙ бәләкәйҙән эшһөйәр, тырыш булып үҫә.
Әтейбеҙ, Әхмәҙи Әхтәм улы Ибраһимов менән 32 йыл бергә иңгә-иң терәшеп, татыу ғүмер итәләр. Ике ҡыҙҙарын иркәләп, наҙлап үҫтереп, кеше итеп, оло тормош юлына баҫтырҙылар.
Беҙҙең әтей-әнәйебеҙ – тормошобоҙ маяғы. Улар беҙҙең ышаныслы терәк-таяныс, кәңәшсе, иң ғәзиз кешеләребеҙ. Беҙгә, ике ейәнен, бер ейәнсәрен тәрбиәләп үҫтерергә ярҙам итәләр. Үҙебеҙ өлкән булһаҡ та, әтей-әнәй янына ҡайтып, иркәләнеп, уларҙан илһам алып, ҡанатланып йәшәйбеҙ. Әтей-әнәйле булғанға Хоҙай Тәғәләгә шөкөр итеп, уларға рәхмәттәр әйтәбеҙ!
Ҡәҙерле әнәйебеҙ, ғүмер байрамың ҡотло булһын! Әтейебеҙ менән ныҡлы һаулыҡта, именлектә, шатлыҡ-ҡыуанысҡа төрөнөп, беҙгә өлгө булып, бәхетле оҙон ғүмер итегеҙ. Барлыҡ эштәрегеҙҙә лә уңыштар юлдаш булһын, изге хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын! Һеҙ булғанға беҙ бәхетле!
Ҡотло булһын юбилейың, әнәй,
Ғүмерең үтһен һәр саҡ шатлыҡта.
Иң ҡәҙерле, ғәзиз кешебеҙ һин,
Беҙ бәхетле тик һин булғанда.
Киң күңелең, йомартлығың өсөн
Ҡояш менән һине тиңләйбеҙ.
Шатлыҡ менән тулы, ҡыуаныслы,
Оҙон ғүмер һиңә теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Әхмәҙи, ҡыҙҙарың Зимфира, Милена, кейәүҙәрең Денис, Алмаз, ейәндәрең Айназ, Данияр, ейәнсәрең Әминә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас