Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
2 Сентябрь 2022, 11:27

Мең-мең рәхмәт, Әсәй, тик һиңә

Ҡаҙарма ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Зәк-Ишмәт ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ - әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Хәлимә Гилметдин ҡыҙы РӘХИМОВА ғүмеренең күркәм байрамын - 65 йәшлек юбилейын ҡаршылай.  

Мең-мең рәхмәт, Әсәй, тик һиңәМең-мең рәхмәт, Әсәй, тик һиңә
Мең-мең рәхмәт, Әсәй, тик һиңә

Ҡәҙерлебеҙҙе ошо матур байрамы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ғәзиз кешбеҙ, һиңә ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, йән тыныслығы, киләсәктә лә беҙгә терәк-таяныс булып, именлектә оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Тыуған йортобоҙҙоң ҡото, йәме булып бәрәкәтле мул тормошта йәшәргә насип итһен Хоҙай!
Ҡәҙерле әсәй! Һиңә барыһы өсөн дә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һәр яңы көнгә шатланып, үҙеңдең барлығың менән беҙҙе ҡыуандырып, бәхетле ҡартлыҡ кисереп йәшә лә йәшә әле!
Һинең көнөң бөгөн, Әсәй!
Йылмай, көл тыуған көнөңдә.
Фәрештәләр бәхет төшөрһөн
Ҡояш төҫлө сағыу йөҙөңә!
Ныҡлы һаулыҡ бирһен Хоҙай үҙеңә,
Көс, дәрт ташһын күңелеңдә.
Мең-мең рәхмәт, Әсәй, тик һиңә,
Беҙ бәхетле булғанға был ерҙә!
Иң изге теләктәр менән балаларың Әҡлимә, Розалия, Филюс, Илшат, кейәүҙәрең Илнур, Алексей, киленең Лилиә, ейән-ейәнсәрҙәрең Илья, София, Илдус, Инзилә, Амалия, Руфина, Илгиз.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас