Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
2 Сентябрь 2022, 06:15

Рәхмәт, атай!

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ, олатайыбыҙ һәм ҡайныбыҙ Юнир Зиннур улы НАСЫРОВтың күркәм юбилейы - 60 йәше тулыу айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Рәхмәт, атай!Рәхмәт, атай!
Рәхмәт, атай!

Ҡәҙерлебеҙ, киләсәк көндәрең аяҙ, яҡты, ғүмерең Ағиҙел йылғаһындай оҙон, сәләмәтлегең ҡоростай ныҡлы, эштәрең гел уң булһын! Һәр атҡан таңға ҡыуанып, яҡындарың, туғандарың, балаларың менән бергә-бергә, тик шатлыҡ-ҡыуаныста ғына йәшәргә лә йәшәргә яҙһын!
Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нимәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, атай,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Әнүзә, ҡыҙҙарың Ләйсән, Ләйлә, Гөлгөнә, Гөлсинә, кейәүҙәрең Рәсим, Рөстәм, Ғәли, ейән-ейәнсәрҙәрең Ангелина, Тимур, Гөлсөм, Рәсил, Әдил, Арслан, Ансар, Риана, Айназ һәм оноғоң Илнар.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас