

Ҡәҙерле әсәйебеҙ! Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, һөйөклө атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәгеҙ. Байрамығыҙ – мөбәрәк, эштәрегеҙ - уң, донъяң түңәрәк булһын!
Рәхмәт, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Минивәли, улың Руслан, ҡыҙың Гүзәл, ейән-ейәнсәрҙәрең Линар, Аделия.