

Яҡыныбыҙ бик уңған, изгелекле, киң күңелле, ярҙамсыл, туған йәнле булыуы менән ихтирамға лайыҡ кеше. Бәләкәй сағынан атайһыҙ ҡалып, бала сағы һуғыш йылдарына тура килеү сәбәпле, бик иртә барлыҡ ауыр эштәрҙе башҡара ҡәҙерлебеҙ. Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татып, бик йәшләй эшкә егелеп, йылдың ниндәй генә миҙгеле булмаһын, арымай-талмай тоғро хеҙмәт итеп, һәр саҡ алдынғылар рәтендә була ул.
Ҡәҙерле кешебеҙ, һине оло юбилейың менән ҡотлап оҙон ғүмер, иҫәнлек-һаулыҡ, балаларыңдың, туғандарыңдың, ҡәҙер хөрмәтенә төрөнөп, һәр бер таңға ҡыуанып, тормошобоҙға йәм биреп, яҡындарыңдың игелегендә, изгелегендә оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Яҡшылығың менән үрнәк һин.
Ауыр саҡта һиңә таянабыҙ,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Ҡотло булһын, әтей, тыуған көнөң,
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙҙәрең.
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, шатлыҡ менән
Үтһен һинең ғүмер юлдарың.
Йәшә, әтей, йөҙгә хәтлем.
Шат күңелле булып ғүмер ит.
Ергә ҡояш нисек кәрәк булһа,
Һин дә беҙгә шулай кәрәк бит.
Һинең тормош юлың - матур тарих,
Күптәр өсөн үрнәк булырлыҡ.
Рәхмәт әйтәбеҙ бөгөн ысын йөрәктән,
Һинең ғүмер беҙгә ғорурлыҡ.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәләрең.