Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
6 Сентябрь 2022, 05:09

Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һин булғанда

Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ Таһир Ҡауый улы БОҪҠАНОВты 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. 

Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һин булғандаБеҙ бәхетле яныбыҙҙа һин булғанда
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һин булғанда

Көслө рухлы, кешелекле, йомарт, ярҙамсыл, бәхетле һәм сәләмәт булған яҡыныбыҙға иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һинең уй-теләктәрең тиң, тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын! Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон ғүмер итергә, ғаилә шатлығы, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген күреп йәшәргә Хоҙай насип итһен! Ныҡлы таҙалыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр менән мул тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ!
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ
Һин иҫән-һау ғына булғанда.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Тәлиғә, ҡыҙҙарың Әлиә, Юлиә, Лилиә, кейәүҙәрең Альберт, Айҙар, Ильяс, Абзал, ейән-ейәнсәрҙәре Розалия, Розалина, Линар, Самина, Иллара, Мәликә, Индира, Зилара, Илсинә, Ягмур.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас