Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
6 Сентябрь 2022, 06:45

Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә

Ялсыҡай ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Ҡарай ауылында йәшәүсе ҡәҙерле һәм яҡын кешем, яратҡан апайым, инәйебеҙ Рида Марис ҡыҙы ЙОСОПОВА ғүмеренең күркәм байрамы - 60 йәшлек юбилейын ҡаршылай! 

Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттәЙәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә

Ғәзиз апайымды ошо матур юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Апайым хаҡлы ялға сыҡҡансы балаларға белем бирҙе, башҡорт теле hам әҙәбиәте укытыусыhы булып эшләне ул. Еҙнәбеҙ Уран менән 38 йыл матур ғаилә булып, 3 малайға ғүмер бүләк итеп, тейешле тәрбиә биреп, өсөһөнә лә юғары белем биреп, башлы-күҙле итеп оло тормош юлына баҫтырҙылар. Бөгөнгө көндә 6 ейән-ейәнсәрҙәренә бәхетле өләсәй һәм олатай улар.
Апай! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ! Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә, тормошобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, балаларың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен, оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, апай, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән һылыуың Лида һәм уның балалары. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас