

Ҡәҙерлебеҙ, матур юбилейың көнөндә һиңә иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәһендәй ап-аҡ бәхеттәр, ғаилә именлеге, бәрәкәтле мул тормош, барлыҡ эштәреңдә уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Һәр ваҡытта ла шулай шат, көләс йөҙлө, изге күңелле булып ҡал.
Алдағы тормошоңда ла шатлыҡта, ҡыуаныста, бәхеттә, яҡындарыңдың бәхет-ҡыуанысын, изгелектәрен күреп, уларға терәк-таяныс булып, беҙҙе ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен,
Сәләмәтлек үҙе бәхет бит ул –
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Әлиә, ҡыҙҙарың Розалия, Розалина, улың Линар, кейәүең Абзал.