Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
11 Сентябрь 2022, 05:32

Тормош дәресе

Бына сәхнәнең түрендә, республика башлығы менән бергә Ул тора.

Тормош дәресеТормош дәресе
Тормош дәресе

Уны күреү менән күңел тулҡынланды (ысынында, 1994 йылдан бирле күрешкән юҡ), йөрәк йышыраҡ тибә башланы, әйтерһең, ҡырҡты уҙған ир түгел, ә һаман Уның алдында баҫып торған 10-16 йәшлек малай.
Гөлназ Әхмәҙиева. Уға ауыҙ тултырып бер генә рәхмәт әйтелде, буғай, ә бит рәхмәт һүҙҙәре гел ҡабатлана (эстән генә булһа ла) ихтирам, һөйөү тойғолары юйылмаҫ булып йөрәккә уйылған.
Гөлназ Ғафир ҡыҙы Ишембай республика башҡорт гимназия-интернатында уҡытты. Аҙаҡ уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫар, торараҡ директор булып китте. Бындай кеше бер Ишембайҙа ғына ҡала буламы, Өфөгә алып киттеләр, М. Кәрим исемендәге гимназияға директор итеп. Былары яҙа-йоҙа ғына ишетеп белгәндәр. Ә үҙем күргәне...
Гөлназ апай тәү белгәндә ябай уҡытыусы ине. Физика фәнен уҡыта. Гуманитарий кешегә физика - йән ғазабы. Дәресте аңлата, башҡа һеңмәй, тәбиғәт закондарынан бигерәк, йөрәк закондарына буйһынғы килә. Эйнштейн ят, лутсы Р. Назаровты уҡыһаҡ....
Гөлназ Ғафир ҡыҙы уҫал булды, йәшерәһе түгел, уҫалдар араһында алйот уҫалдар күберәк була, ә апайыбыҙ аҡыллы уҫал ине. Ҡурҡтыҡ. Уның ҡулына, берәй эш боҙоп, эләгәһе булма. Шуныһы: Гөлназ апай әрләй икән, дөрөҫ әрләр булды. Яратҡан һүҙе - наҙан ҡалаһығыҙ бит. Шул тиклем тырышыр ине, ҡулынан килһә, баланың эсенә үҙе инеп ултырып, яман яҡтарын, ялҡаулығын, әрпешлеген, бошмаҫлығын, башҡа насар фиғелен төҙәтер ине. Заманыбыҙҙың Аҡмуллаһы. Әле лә, ҡайһы бер ҡылыҡтарҙы иҫкә алып, оят булып китә, ә ул әрләгән мәлдә баланы аңлап әрләр булды, уҡыусы ла, бала тиһәң дә, аңы бар, башҡаса улай итмәҫкә кәрәк тигәнде мәңге хәтерендә ҡалдырғандыр.
Был гел әрләнеп тик йөрөгән икән тигән уй тыуыуы ихтимал. Юҡ, әлбиттә. Яҡшы яҡты күрә, баланың күңелен үҫтерә белеү - Г. Әхмәҙиева был йәһәттән хәтәр шәп апай булды. Асылып китеп һөйләшкән мәлдәр һаман иҫтә, үҫмер кеше дыуамал була, юҡ-бар менән дә башын ҡатырғаныбыҙҙы ла беләм. Апайыбыҙ - аҡыллы ҡатын, Әсә, хатта ул ваҡытта бик ярамаған (совет осоро шауҡымы һаман бар ҙа, СССР булмаһа ни) темаларға ла һөйләшә алды, баланың ауыҙын (тимәк, күңелен дә) ябып ултыртманы. Физика дәресе ысын тормош дәресенә әүерелер булыр ине. Бер фән эсендә генә бикләп ҡалдырманы Гөлназ Ғафир ҡыҙы беҙҙе, алыҫҡараҡ алып китте.
...Оятыраҡтарынан. Бер мәл мине интернаттан ҡыуырға булдылар. Йүнле әҙәм сыҡмаҫ бынан, гимназияның бәҫен төшөрөп йөрөмәһен - яңы килгән директор ағайыбыҙ үтә ҡаты кеше ине. Ни хәл итәһең, төйөнсөктө төйнәргә лә, кире ауылға тайырға инде. Шул мәл, белеп тораһығыҙҙыр инде, мине яҡлап Гөлназ апай сыҡты. Ошо бер генә ваҡиға, ә яҙмышты тайғаҡ юлға боролоп барған ерҙән туҡтатты ла баһа. Аҙаҡ, яҡшы уҡый-фәлән тип, Артекка ебәрҙеләр, апайыбыҙҙың яҡлашыуы дөрөҫ булғандыр, баланы үтә күреү һәләтенән мәхрүм түгел ул.
... Ун беренсене бөткәндә мине, бер размерға бәләкәй кәстүмдә булған (башҡаһы таба алмағанбыҙҙыр), аяҡҡа, кәстүм аҫтына, кроссовки кейеп алған егеттең арҡаһын тупылдатты:
- Беҙҙең бала бит ул.
Бишенсе кластан ошонда уҡығанға, уларҙың күҙ алдында үҫкәнгә генә түгелдер былай тип әйтеүе, яҡын күреүе булды, буғай, был. Хәйер, Уның балалары.... Бер мин генәме, бөтә ил буйлап таралғандар. Апайыбыҙҙың йөҙөн бик ҡыҙартмайҙар шикелле. 

...Йәй аҙаҡтарында телефон шылтыраны. Егерме йылдан ашыу ваҡыт үткәс, Уның тауышы яңғыраны. Мин ҡауша ла төш, әйтерһең, кире бала саҡҡа ҡайтҡанмын да, Гөлназ апай алдында физика буйынса яуап тотам.
- Һинең өсөн шатмын, - тине апай, - маладис.
Бишле ҡуйҙы, тимәк. Тормош дәресе өсөн.
- Рәхмәт, Гөлназ Ғафировна. Һеҙ ныҡ бала йәнле, ысын педагог булдығыҙ. Барыһы өсөн һеҙҙең алда баш эйәм. 

Ниңәлер ҡапыл ғына Уның янында булғы, яуырынына башты һалып, аҙ ғына булһа ла, торғо килде. Бәлки, илап та ебәрер инем. Гөлназ апай бер һүҙ әйтмәҫ, бөтәһен дә былай ҙа аңлар кеүек ине.
...Радий Фәрит улы апайбыҙҙың күкрәгенә орден таҡты. Беҙ, Ишембай гимназияһы тәрбиәләнеүселәре, бындай орденды (бала рәхмәттәре менән һуғарылған) Уға күптән таҡҡайныҡ....
Автор:Малик Ильясов
Читайте нас