Бөтә яңылыҡтар
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
14 Сентябрь 2022, 09:34

Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына

Ҡәҙерле әхирәтебеҙ, дуҫыбыҙ, яҡын кешебеҙ Зифа Зим ҡыҙы ИСМӘҒИЛЕВАны күркәм юбилейы – 30 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына
Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына

Бөгөн һинең яҡты байрамың – тыуған көнөң. Ошо күркәм көн уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, донъяла булған барлыҡ изге теләктәрҙе генә теләйбеҙ! Барыһы ла һәйбәт булһын - тормошоң сағыу буяҙарҙан торһон һәм дә изге теләктәрең тормошҡа ашһын! Өйөңдә бәхет хөкөм һөрһөн, Дамир менән бер-берегеҙҙе аңлап, яратып, балаларығыҙҙың игелеген күреп йәшәгеҙ, аллабирһә тыуасаҡ сабыйығыҙға таҙалыҡ-һаулыҡ, яҡты, бәхетле бала-саҡ теләйбеҙ!Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул тормош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытт ла китмәһен. Сәләмәт бул, тәүфиҡлы бул, бәхетле бул! Беҙ һине ныҡ яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ!
Һинән дә яҡын, һинән дә тоғро дуҫым юҡтыр, шуға күрә һиңә ысын күңелебеҙҙән киләсәктә лә үҙеңдә булған гүзәл сифаттарыңды һаҡларға теләйбеҙ, Һәр саҡ шулай саф күңелле серҙәш, тоғро ярҙамсы, үҙ һөнәрен яҡшы белгән хеҙмәт өлгөһө булып оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ!
Сәскә бәйләмдәре бүләк итһәк,
Нәфис сәскәләр тиҙ ҡорор ул.
Йөрәк йылыбыҙҙы бүләк итһәк,
Һыуынмаҫтыр, йылы торор ул.
Тәбрикләйбеҙ юбилейың менән,
30 йәш – ул сәскә саҡ ҡына.
Ташып торған йәшлек дәрте менән
Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Иң изге теләктәр менән әхирәт ҡыҙҙарың Юлиә, Розалия һәм Зимфира. 

Автор: Дим Ильясов
Читайте нас