Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
14 Сентября 2022, 07:11

Ҡыйыу атла ғүмер үренә

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле әсәйебеҙ! Хәмдиә Зөфәр ҡыҙы КАЗБИКОВА! 

Ҡыйыу атла ғүмер үренәҠыйыу атла ғүмер үренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә

Бөгөн һинең тыуған көнөң – тимәк, беҙҙең өсөн был икеләтә тыуған көн. Һиңә ҡоростай таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер һиңә!
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Сулпан, балаларың Розалина, Азалия, Нияз, кейәүҙәрең Илгиз, Илнур, ейәнең Ғаяз. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас