Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
15 Сентябрь 2022, 08:05

Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ, яратҡан әнәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйбеҙ Зөһрә Сөләймән ҡыҙы ВАХИТОВА – 85 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй!

Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшәҠәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә

Ғәзиз кешебеҙ 85 йәштә булыуына ҡарамаҫтан йылы аштар, уңып бешкән тәмле икмәктәр бешереп беҙҙе тыуған нигеҙебеҙҙә йыйып тора. Бөгөнгө көндә бәләкәй мырҙабыҙ менән гөрләтеп донъя көтәләр, ихата тултырып мал һәм ҡош-ҡорт аҫрап, барыбыҙға ла ярҙам итеп йәшәйҙәр.
Ҡәҙерлебеҙ, һине ошондай матур, күркәм, оло байрамың менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек теләйбеҙ!
Көндәрең шатлыҡта, тыныслыҡта, ҡайғы хәсрәт күрмәй, һаман шулай беҙгә терәк булып, йортобоҙҙоң йәме булып йәшә лә йәшә!
Әней, ошо йәмле, байрамыңда бөтә балаларың исеменән оло рәхмәттәребеҙҙе әйтәбеҙ! Кәңәштәрең, йылы һүҙҙәрең, ярҙамың өсөн рәхмәт һиңә.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ,
Һин иҫән-һау ғына булғанда!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәләрең исеменән ҡыҙың Зөлфиә

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас