

Һөйөклөбеҙ, һине тыуған көнөң менән ҡотлап аяҙ күк йөҙө, муйыл сәскәһендәй ак бәхеттәр, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ҡояштай оҙон ғүмер, сикһеҙ шатлыҡтар теләйбеҙ. Ярҙамсыл, ҡәҙерленән-ҡәҙерлебеҙ һин беҙҙең өсөн. Киләсәктә лә әлегеләй киң күңелле, алсаҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал. Ҡәҙерлебеҙ, һиңә аҡ бәхеттәр, балаларыңдың һәм ейәндәреңдең күңел йылыһын тойоп, игелектәрен күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты булһын. Тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп тор.
Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Беҙ һине барыбыҙ ҙа яратабыҙ!
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар,
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Иң изге теләктәр менән балаларың Зифа, Камил, кейәүең Дамир, ейәнең Арслан, ейәнсәрең Мәликә, туғаның Ринат