Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
17 Сентября 2022, 06:59

Йәш күңелле булып ҡал!

Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, ҡартәнейебеҙ Миләүшә Заһир ҡыҙы ҒАЙСИНА күркәм юбилейын билдәләй.

Йәш күңелле булып ҡал!Йәш күңелле булып ҡал!
Йәш күңелле булып ҡал!

Яҡыныбыҙ 60 йәшкә аяҡ баҫа. Әсәкәйебеҙ, беҙгә - балаларыңа, һин нисә йәштә булһаң да, яҡты, сағыу, нурлы ҡояштан да ҡәҙерлерәк, һөйкөмлөрәк, матурыраҡһың. Ҡояшты болот ҡаплай, төн баҫа, ә һинең мөхәббәтең беҙҙе һауа торошона ҡарамай, тәүлек әйләнәһенә йылыта. Тик рәхмәт һүҙҙәренә генә лайыҡһың һин беҙҙән. Матурлыҡты күрергә өйрәттең тирә-йүндән, изгелеккә ынтылырға әйҙәйһең бәләкәйҙән, хеҙмәткә хөрмәт, яуаплылыҡ, ғәҙеллек, сабыр булыу – һинең беҙгә һалған ҡиммәттәрең.
Һин һәм атай булғанда беҙҙең арҡабыҙ ныҡ, киләсәгебеҙ ышаныслы. Үҫеп, буй еткерһәк тә, һеҙҙең наҙға, урынлы кәңәштәрегеҙгә мохтажбыҙ. Тырышлығыңа һоҡланып туя алмайбыҙ – йәштәрҙән уҙҙырып донъя көтәһегеҙ, аҙбар тулы мал, ҡош-ҡорт, йәйрәп ятҡан баҡса үҫтерәһегеҙ. Бешергән аш-һыуҙарыңдан телде йоторлоҡ. Күҙ теймәһен дәртегеҙгә, көсөгөҙгә. Һәр саҡ беҙгә өлгө, алға әйҙәүсе булып ҡалығыҙ.
Туғансыл, мәрхәмәтле әсәйебеҙҙең йөрәге һәр кемгә йылыһын, наҙын өләшергә әҙер. Шуғалыр ҙа кескәй ейәнсәрҙәре лә “Иртәней” тип ауылға ашҡыналарҙыр. Ул үҙе лә бәләкәстәре тип өҙөлөп тора - шылтыратыу менән Абдул-Өфө юлдарын бер итеп килеп тә етә. Кесе, оло тип тормай тирә-яҡтағыларға тәрбиә, йылы һүҙ таба белеүең үҙеңә мең сауап булып ҡайтһын.
Ошо матур байрамыңда, әсәй, һиңә иң мөһиме ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Балҡып торған йөҙөңдө күреү – беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ һәм йыуаныс. Ҡояш йылдарға бойһонмаған кеүек һин дә һәр саҡ сибәр, йәш күңелле булып ҡал. Атай менән бер бөтөн булып тигеҙ, бәхетле йәшәгеҙ. Йортоғоҙ изге урын булып торһон беҙҙең өсөн. Иман ныҡлығы, күңел тыныслығы, тормошта сәскән изгелектәреңден татлы емештәрең татырға теләйбеҙ.
“Әсәй” тигән ҡыҫҡа ғына һүҙгә
Бөтә донъя һыйған, һыйынған!
Ҡояштың да иң-иң наҙлы нуры
Әсәй йөрәгендә ҡойонған!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Ниғмәтулла, ҡыҙҙарың Вәсилә, Рәсилә, улың Нияз, кейәүҙәрең Фәнзил, Нияз, ейән-ейәнсәрҙәрең Султана, Роза, Батырхан.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас