

Ғәзиз кешебеҙ, донъябыҙ һинең менән яҡты, матур. Тормошто яратып, һәр нәмәнән йәм табып йәшәй белеүеңә һоҡланабыҙ.
Иҫ киткес эшһөйәр, кешелекле, аҡыллы, ярҙамсыл, итәғәтле булғаның өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һиңә.
Артабан да донъя йәмен арттырып ғаиләбеҙҙә өлгөлө атай, хәстәрлекле ир һәм күптәргә үрнәк булып оҙон, бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, именлек, еңел булмаған эшеңдә уңыштар, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын. Донъяның барлыҡ рәхәтлектәрен тойоп, бәрәкәтле һәм матур тормошта йәшәргә яҙһын. Йөҙөңдән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен, артабан да көслө рухлы һәм кешелекле булып ҡал.
Һиңә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә,
Шатлыҡ-ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә.
Оҙон ғүмер бирһен, Хоҙай, һиңә,
Беҙҙең өсөн ныҡлы терәкһең.
Беҙҙән һиңә мең-мең рәхмәт,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәкһең.
Иң изге теләктәр менән, һине яратып: тормош иптәшең Гүзәл, ҡыҙҙарың Айгизә, Аэлита.