Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
18 Сентября 2022, 05:16

Гел йылмайып йәшәгеҙ

Ҡәҙерле кейәүем, еҙнәбеҙ, бабайыбыҙ Ғәйнетдин Ғәзиз улы МӨХӘМӘТОВты күркәм байрамы - 55 йәшлек юбилейы менән һәм шулай уҡ, ҡәҙерле ҡыҙым, апайыбыҙ, инәйебеҙ Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы менән тигеҙ ғүмер итеүҙәренә 25 йыл тулыу уңайынан ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Гел йылмайып йәшәгеҙГел йылмайып йәшәгеҙ
Гел йылмайып йәшәгеҙ

Кейәүем, еҙнәбеҙ, бына күп йылдар инде бар күңелен, һәләтен һалып, үҙен-үҙе йәлләмәйенсә, ең һыҙғанып эшләп, районыбыҙҙың алдынғы “Ватан” хужалығын етәкләй, ул фиҙаҡәр хеҙмәте менән эшсәндәре алдында үҙен оҫта етәксе итеп танытты, райондаштары алдында абруй ҡаҙанды. Шундай кейәүем, еҙнәбеҙ, булыуына беҙ бик тә ғорурланабыҙ һәм Ғәйнетдин Ғәзиз улына артабанғы эшендә. Тормошонда уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ!
Кейәүемде, еҙнәбеҙҙе өлгөлө ғаилә башлығы, уңған ир, хәстәрлекле атай булғаны өсөн дә тәрән ихтирам итәбеҙ, артабан да шулай апайыбыҙ менән матур, татыу ғүмер итергә, бер-береһенә ныҡлы терәк булырға яҙһын.
Ошо байрамығыҙ һымаҡ йәмле булһын,
Йәшәр йылдарығыҙ ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялдарығыҙ,
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарығыҙға аҡ нур һипһен,
Тыуыр таңдарығыҙ балҡышы.
Сәләмәт булығыҙ, гел йылмайып йәшәгеҙ,
Бәхет ҡунһын күңелегеҙ түренә.
Иң изге теләктәр менән ҡәйнәң Гөлшат, балдыҙың Альбина, кейәүең Радик, ҡәйнешең Салауат, киленең Ленира.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас