

Ғәйнетдин Ғәзиз улы хеҙмәт юлын 18 йәшендә башлап ебәрә, уҡырға тигән хыялын да тормошҡа ашыра. Мәскәү технология институтына кереп, әрме сафтарында өлгөлө хеҙмәт итеп сержант исеменә лайыҡ булып ҡайтып, уҡыуын уңышлы тамамлап, үҙ эшен асып ебәрә. Ауыр 90-сы йылдарҙа бик еңелдән булмай уға ауыл хужалығы менән шөғөлләнергә, район етәкселәре тарафынан күп ҡаршылыҡтарға осрай ул. Шулай ҙа юғалып ҡалмай, ихтиярлылығы был көрәште еңеп сығырға көс бирә. Бөгөнгө көндә ул районда ғына иң алдынғы түгел, ә республикала ла билдәле хужалыҡтың етәксеһе, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бар мәсьәләләрҙе лә аҡыллы хәл итеп, коллегаларын хөрмәт итеп, барса бәләгә осраған кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙып, дөрөҫлөк юлынан ныҡлы аҙымдар менән атлай. Беҙ уның батырлығы, изгелегенә һоҡланабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.
Хөрмәтле Ғәйнетдин Ғәзиз улы! Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Алдағы көндәрегеҙ ҙә аяҙ, уңыштарығыҙ ҡыуаныслы, ғүмерегеҙ оҙон, бәхетле, һаулығығыҙ ныҡлы булыуын, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Оҙон булһын, тыныс булһын,
Яҡшылыҡта үтһен ғүмерең.
Иҫәнлектә рәхәтләнеп йәшә,
Гел киң булһын шулай күңелең.
Иң изге теләктәр менән “Ватан” хужалығы хеҙмәткәрҙәре.