Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
20 Сентябрь 2022, 08:44

Ағай кәрәк

Юлай Ильясов менән тап булыштыҡ та ҡуйҙыҡ.

Ағай кәрәкАғай кәрәк
Ағай кәрәк
Унан алдараҡ барып ҡына ҡулын ҡыҫып китә һалайыҡ тиһәк... булманы. Хәйер, уның ошолай тап килеүе, бәлки, һәйбәт тә булғандыр, үҙендә кеше күп булғанды ярата ла ул. Фәнит Моратбаҡыев. Уның бөгөн тыуған көнө. Шул сәбәптән, тиҙ генә бара һалайыҡ тиһәк. Булыр тиҙ. 
Юлай Талха улы буш ҡул килмәгән, һәр саҡтағыса, бүләгенә ҙур мәғәнә һалырға тырышты. 
- Был Вера Фролова төшөргән рәсем - Торатау. Һин хәс ошо тау шикелле кеше, ғорур, тынғы белмәгән һәм барыһын да үҙеңә тартып торған. 
Беҙ -Юшатыр гәзите лә - кескәй бүләгебеҙҙе тапшырҙыҡ. Артабан китте һүҙ, тартыныуҙың әҫәре лә булманы, редакция ҡыҙҙары ла бында, улар ҙа ихласлап өҫтәлдә нимә бар, шуға үрелде. Шиғырҙың өҙөгөн килтерҙек, Атнабайҙыҡын. Өҙөгөн тип әйтеү килешмәҫ, шиғыр тулыһынса иҫтә түгел, мәғәнәһен генә асып һалдыҡ. Бына ул:  

Мин ағайһыҙ үҫкән малай 

Туҡмалдым һирәк-мирәк 
Ә бөтөнләй туҡмалмаҫҡа
Мотлаҡ бер ағай кәрәк.

Ағай кәрәк — ат һыртына
Тәү ҡабат менгән саҡта,
Яҡты донъяны ҡарайтып,
Ҡайғылар килгән саҡта.

Ағай кәрәк - ҡарурмандан
Аҙашмай сығыр өсөн,
Уттарында янмай ҡалып,
Һалҡынға сыҙар өсөн.

Ағай кәрәк - тыйнаҡ ҡына
Аҡыллы һүҙе менән,
Әле йомшаҡ, әле уҫал
Ҡарашлы күҙе менән.

Ағай кәрәк — ҡайсағында
Барлығын тойоу етә,
"Мин ағайлы” тигән уй ҙа
Кешене ҡыйыу итә.

...Улдарымдың улдары бар...
Мин инде бабай, тимәк...
Аҡ мыйыҡлы бабайға ла
Барыбер ағай кәрәк!
Ағай кәрәк!
Әнғәм Атнабаев.
Тыуған көнөгөҙ менән, Фәнит Насип улы! 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас