Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
20 Сентябрь 2022, 04:48

Һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшә

Хөрмәтле Юнир Ирек улы СЫНБУЛАТОВ, һеҙҙе 60 йәшлек юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлап китергә рөхсәт итегеҙ.

Һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшәҺау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшә
Һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшә

Изге йөрәкле, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған, ышаныслы дуҫ ул беҙҙең ҡәҙерлебеҙ. Тәүәккәл көслө ихтыярлы булыуыңа һәм дөрөҫлөктө яратыуыңа ғорурланабыҙ. Киләсәктә лә йәшлек дәртен һүндермәй, ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, яҡындарыңдың һәм балаларыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып, дуҫ-иштәрең менән йәнәшә атларға яҙһын.
Ошо иҫтәлекле көнөң менән ҡотлап, һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы, күңел көрлөгө һәм һәр саҡ йылмайып йәшәүеңде теләйбеҙ.
Тормош һуҡмағынан ғорур атла,
Ҡаршылыҡтар булһа, туҡтама.
Һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшә,
Яҡындарың менән йәнәшә.
Иң изге теләктәр менән Сөләймәновтар, Искәндәровтар, Сиразетдиновтар, һәм дә Тәзетдиновтар ғаиләләре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас