

Уға ныҡлы һаулык, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.
Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, тормош иптәшең менән тигеҙ ғүмерҙә, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын һиңә
Ҡотло булһын һинең юбилейың
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп,
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта,
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән мырҙаң Мәҙәрик, киленең Ләйлә, уларҙың балалары Ләйсән, Гүзәл, кейәүең Дамир, Тамерлан, Айлин.