

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ҡоростай һаулык, күңел тыныслығы, яуаплы, еңел булмаған эшендә уңыштар ғына теләйбеҙ. Ғүмер иртәләрен бәхеттә, балалар ҡыуанысында, матур көндәр һәм яңы өмөттәр менән бергә-бергә ҡаршыларға яҙһын. Йөрәгеңдән дәрт-дарман, күңелеңдән көс-ғәйрәт китмәһен. Балаларыңдың изгелеген күреп, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, шатлыҡ ҡыуаныстарға төрөнөп, бәхетле киләсәктә, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәктә лә киң күңелле, оло йөрәкле, сабыр холоҡло, хәстәрлекле ир, атай һәм олатай булып ҡал.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Ҡабул булһын барлыҡ теләктәр.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Көс, дәрт өҫтәй беҙҙең йөрәккә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Раушания, балаларың, ейәндәрең.