

Уның еңел булмаған эшендә ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ түҙемлек һәм дә Раушания еңгәбеҙ менән иңгә -иң тотоноп, ҡыуаныс-шатлыҡтар менән, балаларының, ейән- ейәнсәрҙәренең хөрмәтенә төрөнөп оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын!
Яҙмыш hинән бер ни йәлләмәгән:
Дуҫтарың күп, эшең абруйлы,
Донъяң тулы, ғаиләң бәхетле,
Барған ерең hәр саҡ hый-туйлы.
Ни теләhәң, шул ҡулыңдан килә,
Йөҙөң яҡты, hүҙең үтемле.
Күпме көс hалынған шулар өсөн,
Әлдә әле үҙең түҙемле.
Бер ни hиңә еңел бирелмәгән,
Бер нәмәң дә бушҡа килмәгән.
Күпме йөрәк көсөң, хеҙмәт менән
Һин бөтәhе өсөн түләгән.
Бәхетлеhең, сөнки hин тормоштоң,
Һәр мәленән шатлыҡ табаhың.
Кешеләргә ярҙам итә алhаң,
Һин үҙеңә бәхет алаhың.
Мәңге йәшә, йәшә беҙҙең өсөн,
Һаулыҡ, бәхет юлдаш булhындар.
Бөтә теләктәрең ҡабул булhын,
Ҡулдарыңа ҡунhын йондоҙҙар!
Шулай уҡ Мәҙәрик авзыйымды ла тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, эшендә уңыштар теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән Минзәлә һылыуың, Рәмил кейәүең һәм беҙҙең балалар.