Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
20 Сентября 2022, 03:44

Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен

Хөрмәтле Юнир Ирек улы! 

Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһенЙөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен

Һеҙҙе күркәм байрамығыҙ менән ҡотлап иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, һаулыҡ, тормош юлығыҙҙа тик бәхетле миҙгелдәр осрап тороуын, оҙон, бәхетле ғүмер юлы теләйбеҙ. Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешеп, барлыҡ теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашырып, йәшәү дәртегеҙҙе һүндермәй, тормош юлынан ғорур атлағыҙ! Һеҙгә тынғыһыҙ һәм бик тә яуаплы эшегеҙҙә яңынан-яңы ижади үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ. Балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп, тормош иптәшегеҙ менән иңгә-иң терәшеп, оҙон-оҙаҡ, бәхет-шатлыҡтарға ғына төрөнөп йәшәргә яҙһын.
Һеҙ райондағы иң ҙур ауыл биләмәләрҙең береһен уңышлы етәкләп киләһегеҙ. Юғары ойоштороу һәләте, тәүәкәллелек, хеҙмәт кешеһен ололау, олоно-оло, кесене-кесе итеү – һеҙгә хас сифаттар. Ауыл биләмәһенең соцаиль-иҡтисад торошона ҙур иғтибар бирәһегеҙ, заман менән бергә атлайһығыҙ, ҡуйған маҡсатығыҙға ирешеү өсөн бар көсөгөҙҙө һалаһығыҙ. Шуның өсөн ауыл халҡы һеҙгә таяна, ышанысын белдерә, һеҙҙең эштәрегеҙ менән һоҡлана. Юнир Ирек улы, ғүмер юлығыҙ - оҙон, яулайһы үрҙәрегеҙ күп булһын!
Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен.
Ҡотлау менән Яҡшымбәт ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас