Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
21 Сентябрь 2022, 12:31

Ҡаршы алыр атай-әсәй бар

Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Флүрә Суфиян ҡыҙы РӘХМӘТУЛЛИНАны 85 йәшлек оло юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. 

Ҡаршы алыр атай-әсәй барҠаршы алыр атай-әсәй бар
Ҡаршы алыр атай-әсәй бар

Һөйөклөбөҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Шулай уҡ әсәйебеҙ менән атайыбыҙ, олатайыбыҙ Марс Ғүмәр улы РӘХМӘТУЛЛИН 65 йыл иңгә-иң терәшеп, татыу ғаилә булып йәшәйҙәр, ошо айҡанлы уларҙы ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлеләребеҙ! Һеҙ беҙгә бар яҡтан да йәшәү өлгөһө, йәшәү үрнәге булып тораһығыҙ. Киләсәк көндәрегеҙ ҙә өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һеҙ булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, биргән кәңәштәрегеҙ менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Һәр саҡ шулай беҙгә үрнәк булып, пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ. Хоҙай үҙегеҙҙе сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Кәрәк түгел алтын-көмөшө лә,
Ситтә торһон барлыҡ байлыҡтар.
Ишек асып өйгә ҡайтып кергәс,
Ҡаршы алыу өсөн атай-әсәй бар.
Атай булған йорттоң бәхете ҙур,
Әсәй унда – оло бер терәк.
Был донъяла ауырлыҡтар күрмәй
Йәшәр өсөн беҙгә һеҙ кәрәк!Иң изге теләктәр менән барлыҡ балалары исеменән улығыҙ Радик, киленегеҙ Сәғирә, ҡыҙығыҙ Венера һәм барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, бүлә-бүләсәләрегеҙ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас