Все новости

Һинең менән яҡты көнөбөҙ

Беҙҙең өсөн ғәзиз кешебеҙ, һөйөклө әнейем, ҡәйнәм, хәстәрлекле өләсәйебеҙ Гөлшат Рикзә ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВАны - 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һинең менән яҡты көнөбөҙ
Һинең менән яҡты көнөбөҙ

Әнейебеҙ бик тырыш, тормош һөйөүсән кеше. Ул күңел йылыһын биреп үҫтергән гөл-сәскәләр өйөбөҙҙең эсен дә, тышын да биҙәй. Әнейебеҙ беҙҙе һәр ваҡыт яҡты йөҙ менән, тәмле аштарын һалып ҡаршы ала, өйөбөҙҙөң нурын, йәмен һаҡлап донъя көтә.
Ҡәҙерлебеҙ, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ,
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән улың Салауат, киленең Линера, ҡыҙың Альбина, кейәүең Радик һәм ейән-ейәнсәрҙәрең

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас в