Все новости

Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, яратҡан әнейем, ҡәйнәм һәм хәстәрлекле өләсәйебеҙ - Гөлшат Рикзә ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВА ғүмеренең матур байрамы - 65 йәшлек юбилейын билдәләй!

Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен

Беҙ яҡын кешебеҙҙе ошо күркәм байрамы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп китә. Беҙ ҡайтҡан һайын һинең яҡты йөҙөң, ихата тултырып үҫтергән гөл-сәскәләрең беҙҙе ҡаршылай, һинең тырышлығыңа, уңғанлығыңа таң ҡалырлыҡ!
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып, тыуған нигеҙебеҙҙең нурын һаҡлап, оҙон оҙаҡ ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Гүзәл, кейәүең Ғәйнетдин, ейәнсәрҙәрең Айгизә һәм Аэлита.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас в