

Уны ошо күркәм байрамы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең - ҡояшлы, көндәрең -аяҙ, кистәрең - айлы, уйҙарың - яҡты, күңелең тыныс булһын. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булып, балаларыңдың, яҡындарыңдың, Илнур дуҫтың терәген, изгелектәрен күреп, күңел йылыларын тойоп оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын!
Бәхет шишмәләрең тулып аҡһын,
Имен булһын тыуар таңдарың.
Яндарыңда булһын пар ҡанатың,
Гел шатлыҡта үтһен көндәрең!
Оҙон булһын ғүмерең,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәхет шишмәләрең мул аҡһын,
Ҙур шатлыҡтар менән таң атһын!
Иң изге теләктәр менән ғаилә дуҫтарығыҙ Юлия һәм Вадим Әлибаевтар һәм уларҙың балалары Раян, Эвелина.