Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
25 Сентябрь 2022, 05:44

Үтһен гөрләп һинең ғүмерең

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле һәм иң яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ Азат Салауат улы ҠОТЛОМБӘТОВ ғүмеренең күркәм байрамы - 40 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Үтһен гөрләп һинең ғүмереңҮтһен гөрләп һинең ғүмерең
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ярҙамсыл, асыҡ күңелле, тырыш, маҡсаттарына ирешеүсән кеше. Уның барыһына ла изге йөрәкле, тормош иптәше өсөн тоғро ғаилә башлығы, балалары өсөн хәстәрлекле атай булыуы менән беҙ бик бәхетле.
Ҡәҙерлебеҙ, һинең бөгөн яҡты байрамың – күркәм юбилейың. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлектең ныҡлыһын, мул, бәрәкәтле тормош, сикһеҙ бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Уйҙарың яҡты, тыуыр таңдарың һәр саҡ аяҙ, күңелең тыныс булһын. Беҙҙең өсөн терәк-таяныс булып, күңел йылыбыҙҙы тойоп, яҡындарыңдың изгелеген күреп, ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Рәхмәт, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Иң изге ҡотлауҙар менән тормош иптәшең Ләйсән һәм балаларың

 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас