Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
26 Сентября 2022, 16:26

Пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ

Ҡәҙерле атай-әсәйебеҙ, олатай-өләсәйебеҙ Илдар Ирек улы һәм Мөнирә Фәтих ҡыҙы СӨЛӘЙМӘНОВАларҙың бергә һокланғыс ғаилә булып йәшәүҙәренә 35 йыл.

Пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ
Пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ

Яманһары ауылы.

Атай-әсәй һеҙҙе мәргән туйығыҙ менән ысын куңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙ беҙгә тоғролоҡ, саф һөйөү, дуҫлыҡ өлгөһө! Бер-бергеҙҙе аңлап, хөрмәт итеп йәшәйһегеҙ, киләсәктә лә күркәм мөнәсәбәттәрегеҙҙе һаҡлап, ваҡыт үткән һайын бер-бергеҙҙе яратып, хәстәрләп, ныҡлы ғаилә булып, ауырымай һыҙланмай, һау-сәләмәт булып, аҡ бәхеттәр кисереп, тыуған йортобоҙҙың утын һүндермәй йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!
Байрамығыҙ менән ҡотлап
Атай, әсәй, һеҙгә өндәшәбеҙ
Һәр саҡ шулай беҙгә үрнәк булып,
Пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ.
Беҙҙе кеше итеү өсөн
Китте бөтөн көсөгөҙ.
Шуңа ла һеҙ беҙҙең өсөн
Алтынға тиң кеше һеҙ.
Һеҙгә яҙмыш бүләк иткән
Бергә-бергә ғүмер итергә,
Һикәлтәле һуҡмаҡтарын
Етәкләшеп бергә үтәргә.
Иң-изге теләктәр менән балаларығыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ
Пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ
Автор:
Читайте нас: