Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
26 Сентябрь 2022, 06:14

Юлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһын

Ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, апайым Гөлфиә Фллюр ҡыҙы ИСЛАМҒОЛОВАны күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Юлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһынЮлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһын
Юлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһын

Яҡут ауылы.

Ҡәҙерлебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, күңел көрлөгө теләйбеҙ. Ейәнебез һәм кейәүебеҙ өсөн һәр саҡ терәк, кәңәшсе булып, тормошоңдо йәмләп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисер. Барлыҡ уй-теләктәреңде тормошҡа ашырып, уңыштарға ирешеп йәшәргә яҙһын. Күрһәткән изгелектәреңдең игелектәрен күреп, туғандарыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхетле, мул тормошта йәшәргә насип итһен Хоҙай һиңә.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡиммәтлерәк нимә бар.
Тыуған көнөң - юбилейың менән
Ысын күңелдән һине ҡотлайбыҙ.
Сәләмәтлек, шатлыҡ, ҡыуаныстар,
Күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Юлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһын,
Шатлыҡ балҡып торһон йөзөңдә.
Ҡайғы-хәсрәт һине урап үтһен -
Шул теләктәр беҙҙән үҙеңә!
Ҡотлау менән һине яратыусы атайың Фллюр, әсәйең Айһылыу, туғаның Әлфиә.

Юлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһын
Юлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһын
Автор:
Читайте нас